04:21 (UTC+5), 31 Января 2017

Башҡортостанда «Хәүефһеҙ ҡала» комплексының дүрт һынау зонаһы билдәләнде

Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда «Хәүефһеҙ ҡала» аппарат-программа комплексын үҫтереү мәсьәләһе Баш федераль инспектор Михаил Закомалдиндың кәңәшмәһендә тикшерелде.
Бөгөнгә уның ғәмәлгә ашырылыуы проект әҙерләү этабында ғына тора. Тәү сираттағы сараларҙың «юл картаһы» әҙерләнгән. Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларында һәм Өфө районында тәжрибә участкаларын төҙөү өсөн дүрт һынау зонаһы билдәләнгән, тип хәбәр иттеләр Баш федераль инспекторҙың матбуғат хеҙмәтендә.
«Хәүефһеҙ ҡала» аппарат-программа комплексының проект эштәре 20 миллион һум тора, Төбәк интеграциялы платформа төҙөүҙе эксперттар 150 миллионға баһалай. Әлеге ваҡытта дәүләт программаһының авторҙары бюджет саралары бүлеү мәсьәләләре буйынса республиканың Финанс министрлығы менән эш алып бара.
Михаил Закомалдин илебеҙҙә программаның 2013 йылдан алып тормошҡа ашырылыуын билдәләне, «хәҙер Башҡортостан биләмәһендә «Хәүефһеҙ ҡала» аппарат-программа комплексын ғәмәлдә ашырыу өҫтөндә эшләүҙе көсәйтергә кәрәк».
Белешмә. «Хәүефһеҙ ҡала» программаһы – видео һағын һәм техник хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм башҡа бүлеп бирелгән объекттар менән берҙәм мәғлүмәти киңлектә идара итеү өсөн аппарат-программа саралар комплексы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика