Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.8
+0.19
90.75
+0.44
62.51
+0.52
-12 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
30 Ғинуар 2017, 13:26

Башҡортостан балалар өсөн технопарктар төҙөүгә 57 миллион һумдан ашыу аҡса аласаҡ

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 2016-2020 йылдарға иҫәпләнгән мәғарифты үҫтереү федераль маҡсатлы программаһы буйынса Башҡортостанға 57 миллион 122 мең һум аҡса бүленгән. Субсидиялар балалар технопарктарын төҙөүгә һәм уларҙың эшмәкәрлеге моделен әҙерләүгә, педагогтарҙың һәм башҡа хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын күтәреүгә йүнәлтелә.
Рәсәй Хөкүмәте бойороғона ярашлы, аҡса 17 төбәккә бүленә. Уларҙың һәр береһендә технопарк булдырылырға, йыл һайын унда 5 йәштән 18 йәшкә тиклем 800 самаһы бала шөғөлләнергә, өҫтәмә белем биреү программалары булырға тейеш. 925 миллион һум аҡса илдең 17 субъекты араһында бүленгән.
Ҡабул ителгән ҡарар төбәктәрҙә талап ителгән һөнәрҙәр буйынса кадрҙар әҙерләү өсөн шарттарҙы камиллаштырыуға булышлыҡ итәсәк, тип хәбәр ителә Министрҙар Кабинеты сайтында.
Читайте нас