Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
0 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Ғинуар 2017, 07:03
Владимир Путин Өфө уҡытыусыһына дәүләт наградаһын тапшырҙы
Рәсәй Президентының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Владимир Путин Өфө уҡытыусыһын бүләкләне. Кремлдең Екатерина залында Рәсәй Президенты фән, мәҙәниәт, медицина, етештереү һәм уҡытыу эшмәкәрлегендә ҙур ҡаҙаныштары өсөн 30-ҙан ашыу Рәсәй гражданына дәүләт наградаларын һәм маҡтаулы исем биреү тураһындағы дипломдар тапшырҙы.
Бүләкләнеүселәр иҫәбендә Өфөнән «42-се лицей» муниципаль автономлы дөйөм белем биреү учреждениеһы уҡытыусыһы ла бар. Лиза Әғәҙуллинаға «Рәсәй Федерацияһының халыҡ уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исем бирелде.
«Һеҙ фән, мәғариф, мәҙәниәт, дини өлкә, сәнәғәт, ауыл хужалығы, киң мәғлүмәт саралары эшен күрһәтәһегеҙ. Һеҙҙе барығыҙҙы ла юғары кимәлдәге оҫталыҡ, һөҙөмтәле эшләү таҫылы, ә иң мөһиме – ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү берләштерә, — тип мөрәжәғәт итте Владимир Путин тантанала ҡатнашыусыларға. — Хеҙмәтегеҙ, яуаплы булыуығыҙ, шәхси сифаттарығыҙ меңәрләгән, бәлки, миллионлаған, кеше өсөн әхлаҡи һәм һөнәри йүнәлеш булып хеҙмәт итә. Ул өлгәшелгән һөҙөмтәләргә ҡарағанда ла әһәмиәтлерәк».
Өфө уҡытыусыһы менән бергә наградаларҙы кардиохирург Ренат Аҡсурин, РСФСР-ҙың халыҡ артисы Василий Ливанов һәм «Шаяндар һәм тапҡырҙар клубының» даими алып барыусыһы Александр Масляков алды.
Автор:
Ғәлиә Нәбиева
Теги:
рәсәй президенты
наградалар
Читайте нас