07:58 (UTC+5), 27 Января 2017

Өфө уҡытыусыһы Рәсәй Президентына Мәскәүҙә Уҡытыусыға һәйкәл ҡуйырға тәҡдим итте

Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Өфө уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина Владимир Путинға Мәскәүҙә Уҡытыусыға һәйкәл ҡуйырға тәҡдим итте. Дәүләт башлығы Өфөләге «42-се лицей» муниципаль автономлы дөйөм белем биреү учреждениеһы уҡытыусыһына дәүләт наградаһын тапшырҙы.
Лиза Ҡыям ҡыҙы Башҡортостандың Мәләүез һәм Стәрлетамаҡ райондарында Уҡытыусыға һәйкәл ҡойолғанын һөйләне.
«Баш ҡалала башланғыс класс уҡытыусыһына уның изге күңелле, матур тәрбиәләнеүселәре менән бергә һәйкәлде күрергә ине», — тине Владимир Путинға Өфө уҡытыусыһы.
Лиза Әғәҙуллина Кремлдәге тантанала ҡатнашыусыларға үҙенә бер ҡасан да олимпиада призерҙарын әҙерләү маҡсатын ҡуймауын һөйләне. Уның фекеренсә, уҡытыусының төп маҡсаты – шәхес тәрбиәләү.
«Уҡыусыларым тәртипле, аҡыллы, ижади һәм изге күңелле булһын тип тырыштым, — тине ул. – Уҡытыусыны бер ниндәй ҙә аҡыллы машина алмаштыра алмай».
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы быға тиклем хәбәр иткәнсә, Кремлдең Екатерина залында Владимир Путин фән, мәҙәниәт, медицина, етештереү һәм уҡытыу эшмәкәрлегендә ҙур ҡаҙаныштары өсөн утыҙҙан ашыу Рәсәй гражданына дәүләт наградаларын һәм маҡтаулы исем биреү тураһындағы дипломдар тапшырҙы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика