04:27 (UTC+5), 27 Января 2017

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы бишенсе саҡырылыш Йәштәр йәмәғәт палатаһын Таһир Ғизәтулин етәкләне

Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы бишенсе саҡырылыш Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе итеп Таһир Ғизәтулин һайланды. Уның урынбаҫарҙары – Наталья Агеева, Зарина Ғәзизова, Альбина Ҡасимханова, Даян Солтанғужин.
Был ҡарар кесе йома, 26 ғинуарҙа, палатаның беренсе ултырышында ҡабул ителде. Унда республика парламенты Рәйесе Константин Толкачев, депутаттар ҡатнашты.
Дәүләт Йыйылышы Рәйесе йәш парламентарийҙарҙы уңышлы һайланыуҙары менән ҡотланы.
«Традицион рәүештә Йәштәр йәмәғәт палатаһына Башҡортостандың ҡала һәм район йәштәренең иң әүҙемдәре инә, — тип мөрәжәғәт итте Константин Толкачёв. — Палата составының бер өлөшө беренсе тапҡыр ғына һайланмай, улар парламент эшмәкәрлеге өлкәһендә ярайһы уҡ ҙур ғына тәжрибәгә эйә, был тәжрибәләрен улар яңы һайланыусы йәштәребеҙ менән уртаҡлашыр, тип ышанам».
Ултырышта Йәштәр йәмәғәт палатаһының һигеҙ комиссияһы булдырылды, уларҙың исемдәре Дәүләт Йыйылышы комитеттарының исемдәре менән тап килә, шулай уҡ һәр ҡайһыһына етәкселәр һайланды.
Бишенсе саҡырылыш Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаларына танытмалар тапшырылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика