Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
26 Ғинуар 2017, 12:37
Республика парламентарийҙары яҙғы сессия ултырышын асты
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай йортонда республика парламентының яҙғы сессиялағы тәүге пленар ултырышы бара. Көн тәртибенә 30 мәсьәлә сығарылған. Шуларҙың күбеһе республика закон проекттары менән бәйле. Ете мәсьәлә Дәүләт Думаһында тәүге уҡыуҙа уҡ хупланған федераль закон проекттарын ҡарауҙы күҙ уңында тота.
Ете проект аҙаҡҡы уҡыуға тәҡдим ителгән. Улар араһында — «Башҡортостан Республикаһында нотариаль эшмәкәрлекте ойоштороу тураһында», «Башҡортостан Республикаһында социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға дәүләт ярҙамы тураһында»ғы Башҡортостан Законына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү тураһында»ғы Башҡортостан Законына үҙгәрештәр индереү тураһында».
Депутаттар «Башҡортостан Республикаһының дәүләт-шәхси партнерлыҡ проекттарында ҡатнашыуы тураһында»ғы Башҡортостан Законына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһының Экология кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проекттары өҫтөндә эшләүен дауам итә.
11 республика закон проекты беренсе тапҡыр ҡарала.
Парламенттың пленар ултырышынан һуң республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарамағындағы бишенсе саҡырылыш Йәштәр йәмәғәт палатаһының тәүге ултырышы була. Унда Йәштәр йәмәғәт палатаһының етәксе органдары, шулай уҡ комиссияларҙың составы раҫлана. Ултырыш барышында Палата регламентына үҙгәрештәр индерелә.
Теги:
башҡортостан дәүләт йыйылышы
Читайте нас