Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
26 Ғинуар 2017, 16:00

Ләлә Дәүләтбаева Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Ләлә Дәүләтбаева Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Ул агросәнәғәт комплексын хоҡуҡи яҡтан тәьмин итеү, кадрҙар сәйәсәте, фәнни һәм белем биреү учреждениелары менән үҙ-ара эш итеү, тышҡы бәйләнештәр һәм киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш, шулай уҡ ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөү һәм мобилизациялау эше менән бәйле мәсьәләләр өсөн яуап бирәсәк. Был хаҡта аграр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
Ләлә Рифмир ҡыҙы Дәүләтбаева 1977 йылдың 23 июнендә Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт аграр университетын «Бухгалтер иҫәбе, анализ һәм аудит» белгеслеге буйынса тамамлай. Иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент.
1999-2012 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетында эшләй.
2012 йылдың декабренән әлегә тиклем Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының аналитика бүлеге начальнигы булып эшләгән.
Читайте нас