Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
0 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
26 Ғинуар 2017, 08:27

Дәүләт Думаһы балаларҙы «үҙ-үҙеңә ҡул һалыу һуғышынан» һаҡлау өсөн проект әҙерләгән – киң мәғлүмәт саралары

ӨФӨ, 2017 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Берҙәм рәсәйҙәр Дәүләт Думаһы комитеттырын балаларға ҡаршы «мәғлүмәти үҙ-үҙеңә ҡул һалыу һуғышын» булдырмау өсөн саралар күреүҙәрен һорап протокол йөкләмәһе проектын әҙерләгән, тип хәбәр итә «РИА Хәбәрҙәр».
«Һуңғы ваҡытта балаларға ҡаршы мәғлүмәти суицид һуғышы киң ҡолас ала. Социаль селтәрҙәрҙә яңы «тренд» әйләнеше үҫешә: балалар үҙ үлемен «һатып ала». Мобиль ҡушымта ҡуйғанда балаға куратор беркетелә, ул уның ҡушылған эште үтәүен контролдә тота, үҙ-үҙеңә ҡул һалыу уның һуңғы этабы булып тора», — тип агентлыҡ проект тексынан цитата килтерә.
Депутаттар Именлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш, Мәғлүмәти сәйәсәт, мәғлүмәт технологиялары һәм элемтә, Ғаилә, ҡатын-ҡыҙ һәм балалар мәсьәләләре буйынса комитеттарға был проблеманы өйрәнергә һәм кәрәкле саралар күрергә йөкләмә биреүҙәрен һорай.
Автор: Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас