02:04 (UTC+5), 25 Января 2017

Өфөлә республиканың яңы баш суд приставы Илнур Мәхмүтов менән таныштырҙылар

Олег Яровиков
Александр Смирнов
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 24 ғинуарҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Суд приставтары федераль хеҙмәте директоры урынбаҫары – Рәсәйҙең баш суд приставы урынбаҫары Рөстәм Степаненко менән осрашты. Яҡтар төбәктең Суд приставтары федераль хеҙмәтенең территориаль органы менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Осрашыу барышында Рөстәм Степаненко Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы етәксеһе – Башҡортостандың баш суд приставы Илнур Мәхмүтов менән таныштырҙы.
- Илнур Әнүәр улы ябай приставтан алып Мари Иле һәм Удмурт республикалары буйынса идаралыҡ етәкселәренә тиклем бөтә вазифаларҙы үткән. Хәҙер Башҡортостандағы идаралыҡты етәкләр өсөн тыуған төйәгенә ҡайтҡан. Бик ҙур эш тәжрибәһенә эйә булған белемле, әҙерлекле хеҙмәткәр, – тине Рөстәм Степаненко. – Зариф Закир улы Байғусҡаров уға бик яҡшы, эшкә һәләтле коллектив ҡалдырҙы. Был коллектив беҙҙең территориаль органдар араһында яҡшы иҫәптә тора. Уҙған йылдың эш һөҙөмтәләре бик һәйбәт. 11,5 миллиард һум түләтелгән, уларҙан 4,5 миллиард һум самаһы – төрлө кимәлдәге бюджеттарға, 1 миллиард самаһы – республика ҡаҙнаһына һәм урындағы бюджетҡа.
– Республика буйынса идаралыҡ алдынғы урындарҙа тора. Шуға ҡарамаҫтан, бында эш күп. Барыһы ла яҡшы тигән ҡарашта булырға һәм эште шул уҡ кимәлдә ҡалдырырға ярамай. Бушаҡ урындар барлығын да беләһегеҙ. Улар менән шөғөлләнергә, тейешле эштәр алып барырға кәрәк, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Ҡатмарлы осраҡтар, ҡайһы берҙә хәл ителмәҫ кеүек күренгәндәре килеп тыуғанда ла бергәләп, һәйбәт итеп эшләргә тейешбеҙ, сөнки берҙәм булғанда ғына төрлө ауырлыҡтарҙан сығыу юлын табабыҙ.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика