07:04 (UTC+5), 24 Января 2017

Республикалағы йәш ғаиләләр торлаҡ һатып алыу өсөн 175 миллион һумдан ашыу аҡса аласаҡ

Depositphotos.com
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан йәш ғаиләләргә торлаҡ һатып алыуға (төҙөүгә) социаль түләүҙәр өсөн 175 миллион һумдан ашыу субсидия аласаҡ. Тейешле бойороҡ Министрҙар Кабинеты сайтында баҫылған. Аҡса «Рәсәй Федерацияһы граждандарын арзан, уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү» дәүләт программаһына ярашлы бүленә. 4,234 миллиард һум аҡса илдең 75 субъекты араһында бүленгән.
Субсидиялар 2015-2020 йылдарға иҫәпләнгән «Торлаҡ» маҡсатлы федераль программаһының «Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» ярҙамсы программаһы нигеҙендә бирелә. Ярҙамсы программала торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләргә торлаҡ һатып алыу йәки төҙөү өсөн социаль түләүҙәр биреү ҡаралған. Торлаҡ хаҡының бер өлөшөн финанслау күләме балаһыҙ ғаиләләргә — 30 процент, балалылар өсөн 35 процент тәшкил итә.
Субсидиялар ярҙамсы программаның шарттарын һәм талаптарын үтәгән, 2017 йылда ошо программала ҡатнашыуға ғариза биргән төбәктәргә тапшырыла.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика