05:27 (UTC+5), 24 Января 2017

Дмитрий Масютин Өфөнөң Ленин районы башлығы итеп тәғәйенләнде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрының элекке урынбаҫары Дмитрий Масютин Өфөнөң Ленин районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде.
Был вазифала ул 2014 йылдың ғинуарынан район менән етәкселек иткән Альбина Йосопованы алмаштырҙы.
Дмитрий Геннадьевич Масютин 1981 йылдың 29 июлендә Мәләүез районында тыуған. Мәскәү дәүләт иҡтисад, статистика һәм информатика университетын тамамлаған. Төрлө, шул иҫәптән коммерция предприятиеларында эшләгән. 2011 йылдан — торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһында. Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының торлаҡ хужалығы идаралығы директоры урынбаҫары, Ленин районының Торлаҡ хужалығы тресы директоры була. 2014 йылдың июнендә Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика