Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-9 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
23 Ғинуар 2017, 08:58

Республиканың ауыл клубтарын яңыртыу тәжрибәһе «Берҙәм Рәсәй» съезында өлгөлө тип танылған

«Берҙәм Рәсәй» бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе
«Берҙәм Рәсәй» бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан тәжрибәһе ауыл клубтарын яңыртыу йәһәтенән өлгөлө тип танылған, республика проектын башҡа төбәктәргә үҙләштерергә тәҡдим ителгән. 21-22 ғинуарҙа Мәскәүҙә уҙған «Берҙәм Рәсәй» партияһының XVI съезы барышында Рәсәй мәҙәниәт министры Владимир Мединский ошо хаҡта белдерҙе.
Башҡортостандан делегат, Ҡыйғы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе, урындағы сәйәси совет ағзаһы, башланғыс бүлексә секретары Илдар Шәрәфетдинов һөйләүенсә, «Урындағы мәҙәниәт йорто» партия проекты ауыл һәм бәләкәй ҡалалар халҡы өсөн бик мөһим.
«Әлеге программа ярҙамында ауыл мәҙәниәт йорттары ысын ярҙам ала. «Аҡыллы көс һәм мәҙәни беренселек» һүҙ көрәштереү барышында Рәсәй мәҙәниәт министры күп функциялы ауыл мәҙәниәт йорттары асыу буйынса Башҡортостан беренсектә, тип әйтеүе ҡыуандырҙы», — тине делегат.
Проекттың әһәмиәтен республиканан Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина ла билдәләне.
«Ысынлап та, айырыуса ауыл клубтары мәктәп уҡыусыһын рухи үҫтереүҙә һәм аң-белем таратыуҙа лайыҡлы өлөш индерә», — тип иҫәпләй парламентарий.
Илдар Шәрәфетдинов 2015 йылда Башҡортостандың Ҡыйғы районында күп функциялы ауыл мәҙәниәт йорто асылыуын һөйләне.
«2017 йылда партия проектын ғәмәлгә ашырыуға бәйле беҙҙә тағы ла бер заманса мәҙәниәт үҙәге барлыҡҡа киләсәк», — тип хәбәр итте делегат.
Автор: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас