02:59 (UTC+5), 23 Января 2017

Рөстәм Хәмитов Приморье крайы губернаторы Владимир Миклушевский менән осрашты

БР Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 20 ғинуарҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Приморье крайы губернаторы Владимир Миклушевский менән эшлекле осрашыуы булды. Яҡтар сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереү, медицина һәм спорт өлкәһендә үҙ-ара эш итеү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Приморьела ядро медицинаһы үҙәген ойоштороу хаҡында һүҙ йөрөткәндә, Рөстәм Хәмитов Өфөлә уның дүрт йыл элек үҫешә башлауын билдәләне.
— Беҙҙең Позитрон-эмиссиялы томография үҙәгендә (ПЭТ-үҙәгендә) бер ПЭТ-сканер ҡуйылған, ул күрше төбәк пациенттарын да тикшерергә мөмкинлек бирә, – тине ул. – Әлеге ваҡытта «Роснано» менән киңәйтеү һәм яңыһын төҙөү мөмкинлектәрен өйрәнәбеҙ.
Владимир Миклушевский, Приморье крайында Алыҫ Көнсығыш федераль университеты нигеҙендә ошоға оҡшаш учреждение төҙөләсәген билдәләп, Өфөләге ПЭТ-үҙәгенең эш тәжрибәһе менән ҡыҙыҡһынды. Үҙәктә йылына алты меңгә тиклем кеше тикшереү үтә алыр тип күҙаллана.
Фекер алышыу темаларының береһе – хоккей үҫеше. Владимир Миклушевский әйтеүенсә, ул Өфөгә 2018 йылда Хоккей йондоҙҙары аҙналығын ҡабул итеү хоҡуғына Владивостоктан ғариза биреү һәм «Өфө-Арена» боҙонда барған ҙур спорт байрамын уҙғарыу тәжрибәһен өйрәнеү өсөн килгән.
— Приморьела хоккей уйынын ныҡ яраталар һәм край халҡы Өфөнән Хоккей йондоҙҙары аҙналығын үткәреү буйынса эстафетаны ҡабул итергә теләй, – тине губернатор. – Һуңғы бер нисә йылда хоккей Приморьела ҡышҡы күмәк спорт төрҙәренең береһенә әйләнде. Төбәктә түбәһе ябыҡ һырғалаҡтар һәм универсаль спорт майҙансыҡтары төҙөйбөҙ. 2018 йылда Хоккей йондоҙҙары аҙналығын уҙғарыу крайҙың спорт тормошонда иң сағыу ваҡиғаларҙың береһенә әйләнер, Приморьела хоккей үҫеше өсөн ҡеүәтле дәртләндереүсе көс булып торор, тип ышанам.
15-22 ғинуарҙа Өфөлә тарихта тәүге тапҡыр бер юлы өс лиганы – Континенталь хоккей лигаһын, Йәштәр хоккей лигаһын һәм Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһын берләштергән миҙгелдең төп хоккей байрамы үтте. Хоккей йондоҙҙары аҙналығын уҙғарыу хоҡуғын алған еңеүсе 2017 йылдың мартында билдәле буласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика