04:30 (UTC+5), 19 Января 2017

«Берҙәм Рәсәй» партияһының отчет-һайлау съезында республиканан 18 делегат ҡатнаша

Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. «Берҙәм Рәсәй» партияһының отчет-һайлау съезында Башҡортостандан 18 делегат ҡатнаша. Улар араһында – уҡытыусылар, табиптар, пенсионерҙар, тип хәбәр иттеләр партияның төбәк бүлексәһе матбуғат хеҙмәтенән.
Делегаттар – Миәкә, Тәтешле, Ҡырмыҫҡалы, Хәйбулла, Шишмә, Илеш, Асҡын, Туймазы, Ҡыйғы, Учалы райондарынан, Өфө һәм Сибай ҡалаларынан.
Партия форумында «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы депутаттары, статус буйынса делегаттар һәм саҡырылғандар ҡатнаша. Республиканан йәмғеһе 30-ҙан ашыу кеше бара.
Отчет-һайлау съезы алдағы ял көндәрендә, 21-22 ғинуарҙа, уҙасаҡ. Унда делегаттар биш йыллыҡ һайлау циклына йомғаҡ яһаясаҡ. Бөтә ҡатнашыусылар ете бәхәс майҙансығына бүленәсәк: «Дәүләт сифаты», «Үҫеш һәм етешлек иҡтисады», «Социаль сәйәсәт», «Аҡыллы көс һәм мәҙәни беренселек», «Сәләмәт киләсәк», «Үҙ йортоңда хужа булыу» һәм «Аграр держава».
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика