09:22 (UTC+5), 18 Января 2017

Башҡортостан Силәбе өлкәһендә йәнә телетапшырыуҙар күрһәтә башланы

Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районында бер аҙ туҡтап торғандан һуң яңынан тапшырыуҙар күрһәтә башланы. Ҡоншаҡ районы башҡорттары хәҙер ҡабаттан Башҡортостандың көнүҙәк ваҡиғалары менән таныша һәм Башҡортостан юлдаш телеканалында урындағы телевидение яңылыҡтарын ҡарай ала, тип хәбәр иттеләр республиканың Силәбе өлкәһендәге вәкиллегендә.
Быға район хакимиәте, район башҡорттары ҡоролтайы һәм башҡа ижтимағи ойошма вәкилдәренең республика етәкселегенә Ҡоншаҡ районы биләмәһендә Башҡортостан юлдаш телеканалы эфирын тергеҙеү үтенесе булышлыҡ итте. Муниципалитет башлығының телеканал етәкселеге менән һөйләшеүҙәре һөҙөмтәһендә 2017 йылдың башынан алып каналдың эшен яңыртыу тураһында килешеү төҙөлдө. 1 ғинуарҙан район халҡы яратып өлгөргән каналды ҡарай ала.
Ҡоншаҡ районы хакимиәте Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына, республиканың Силәбе өлкәһендәге вәкиленә, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһына ҙур рәхмәтен белдерә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика