Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-15 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Ғинуар 2017, 12:49

Автоинспектор хәүефле йөрөткән өсөн водителдең танытмаһын тартып алыуы ихтимал – киң мәғлүмәт саралары

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Дәүләт Думаһы депутаттары автомобилде хәүефле йөрөткән өсөн язаны көсәйтергә ниәтләй. Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитет Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексҡа юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен бер нисә тапҡыр боҙған водителдең танытмаһын тартып алыу хаҡында төҙәтмәләр индерергә тәҡдим итәсәк. Был турала «Известия» гәзите комитет рәйесе урынбаҫарына һылтанып хәбәр итә.
Хәүефле йөрөткәндә танытманы тартып алыу тураһындағы ҡарарҙы ҡағиҙә боҙоуҙарҙы теркәгән камералар түгел, автоинспектор ҡабул итә. Бер нисә тапҡыр ҡағиҙә боҙған водителдәрҙең ике йылға танытмаһынан мәхрүм ителеүе мөмкин, тип билдәләй комитет рәйесе урынбаҫары.
Рәсәй Хөкүмәте хәүефле йөрөткән өсөн биш мең һум күләмендә административ штраф һалыуҙы билдәләгән закон проектын хупланы.
Тейешле урындарҙа башҡа автомобилдәргә юл бирмәү, ҡапыл әкренәйеү, хәүефһеҙ дистанцияны тотмау, уҙыуға ҡаршылыҡ тыуҙырыу кеүек күренештәр машина менән хәүефле идара итеүгә ҡарай.
Читайте нас