Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
-7 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
17 Ғинуар 2017, 07:11
Рәсәйҙә Милли гвардия ғәскәрҙәре көнө барлыҡҡа килде
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәйҙә Милли гвардия ғәскәрҙәре көнө барлыҡҡа килде. Илебеҙ Президенты Владимир Путин 2017 йылдың 16 ғинуарында тейешле ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Был дата хәрби йолаларҙың күсәгилешлеген һаҡлап ҡалыу һәм Рәсәй Федерацияһының милли гвардияһы ғәскәрҙәрендә хеҙмәттең абруйын күтәреү өсөн булдырыла. Байрам 27 мартта билдәләнәсәк.
Милли гвардия Рәсәйҙә 2016 йылдың 5 апрелендә Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәре нигеҙендә ойошторола. Башҡарма властың яңы федераль органы терроризм һәм ойошторолған енәйәтселек менән көрәшә. Ул Эске эштәр министрлығы менән тығыҙ бәйләнештә эшләйәсәк.
Автор:
Ғәлиә Нәбиева
Теги:
байрамдар
милли гвардия ғәскәрҙәре көнө
Читайте нас