06:12 (UTC+5), 16 Января 2017

Февраль революцияһын иҫкә алыу көнө илдең иҫтәлекле даталары исемлеген тулыландырыуы ихтимал – Дәүләт Думаһы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 1917 йылғы Февраль революцияһын иҫкә алыу көнө Рәсәйҙең иҫтәлекле даталары исемлегенә индерелеүе мөмкин. «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһы депутаты Виталий Милонов тейешле закон проектын әҙерләгән, тип хәбәр итә «РИА Новости».
Бөгөн илдә — 15 иҫтәлекле дата, улар иҫәбендә Русте суҡындырыу, Беренсе донъя һуғышында һәләк булғандарҙы иҫкә алыу, Октябрь революцияһы, Бөйөк Ватан һуғышы башланған һәм Икенсе донъя һуғышы тамамланған көндәр бар.
«Тап Февраль революцияһы үткән быуатта дәүләтебеҙҙең тарихын билдәләгән фажиғәле ваҡиғаларҙы тиҙләтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коммунистар дәүеренең идеологик сикләүҙәре арҡаһында Февраль революцияһының роле ниндәйҙер «буржуаз» кимәлгә тиклем төшә. Ләкин шул ваҡиғалар илебеҙ өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булды», — тине парламентарий.
Депутат Февраль революцияһын иҫкә алыу көнөн 2 мартта — Николай II Рәсәй империяһы тәхетенән баш тартҡан көндә билдәләргә тәҡдим итә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика