13:03 (UTC+5), 12 Ғинуар 2017

Вьетнамда Башҡортостан Хөкүмәте һәм Бариа-Вунгтау провинцияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө

Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте
Сергей Захаров
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. 12 ғинуарҙа Вьетнам Социалистик Республикаһында Башҡортостандың рәсми делегацияһы вәкилдәре Бариа-Вунгтау провинцияһы етәкселеге — Коммунистар партияһы комитеты секретары Нгуен Хонг Линь һәм Халыҡ комитеты рәйесе Нгуен Ван Чинь менән осрашты.
Башҡортостан һәм Бариа-Вунгтау провинцияһы араһында төҙөлгән килешеүҙә сауҙаны, инвестиция хеҙмәттәшлеген нығытыу һәм үҫтереү, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү, шулай уҡ фән, һаулыҡ һаҡлау, туризм, мәҙәниәт өлкәләрендә бәйләнештәр булдырыу хаҡында һүҙ бара.
Бариа-Вунгтау провинцияһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһында үткән эшҡыуарлыҡ форумында хеҙмәттәшлектең аныҡ аспекттары тикшерелде. Вьетнам Башҡортостанға диңгеҙ аҙыҡтарын, еләк-емеш, еңел сәнәғәт тауарҙарын оҙатырға, шулай уҡ республика биләмәһендә яңы, атап әйткәндә, агросәнәғәт комплексы өлкәһендә предприятиелар төҙөү өсөн аҡса һалырға әҙер.
Республика иһә нефть сәнәғәтендә хеҙмәттәшлек итәсәк һәм Өфө дәүләт нефть техник университетында белгестәр әҙерләйәсәк.
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика