11:42 (UTC+5), 12 Января 2017

Башҡортостанда йылдан-йыл инвалид балалар һаны арта

Олег Яровиков
Арина Рәхимҡолова
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда зәғиф балалар һаны йылдан-йыл 500 кешегә арта. Ошо хаҡта республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Юрий Мельников Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты ултырышында хәбәр итте. Республиканың Хеҙмәт министрлығы инвалидтарға социаль ярҙамды көсәйтергә тәҡдим итеүсе закон проекты әҙерләгән.
Министр урынбаҫары һөйләүенсә, 1 ғинуарға ҡарата алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡортостанда 300 меңгә яҡын мөмкинлектәре сикләнгән кеше йәшәй. Шул уҡ ваҡытта, уның әйтеүе буйынса, уларҙың иҫәбе кәмеү яҡҡа бара. Был граждандар категорияһы дөйөм республика халҡының 7,2 процентын тәшкил итә, ул Рәсәйгә ҡарағанда түбәнерәк. Ғәриптәр араһында ике процент самаһы – коляскалағы инвалидтар, 2,2 проценты – ишетеү һәләте буйынса, 4,5 проценты – күреү һәләте буйынса инвалидтар. Тап ошо категорияларға, Юрий Мельниковтың әйтеүе буйынса, тәү сиратта уңайлы мөхит шарттары булдырыу мөһим. Шуның менән бәйле республиканың Хеҙмәт министрлығы тарафынан инвалидтарға социаль ярҙам күрһәтеү тураһындағы законға һәм башҡа бер төркөм норматив акттарға үҙгәрештәр индереүҙе тәҡдим итеүсе закон проекты әҙерләнгән. Оҡшаш документ федераль кимәлдә Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев ҡушыуы буйынса әҙерләнгән.
Комитет тарафынан хуплау тапҡан һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының яҡындағы пленар ултырышында тәүге уҡыуҙа тикшереләсәк закон проекты республика биләмәһендә инвалидтарҙың төрлө йәшәйеш объекттары һәм хеҙмәттәре менән ҡаршылыҡһыҙ ҡулланыу шарттары булдырыуға йүнәлтелгән. Был проектты тормошҡа ашырыуға төбәк бюджетынан өҫтәмә саралар талап ителмәйәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика