07:45 (UTC+5), 09 Ғинуар 2017

Силәбе өлкәһенең башҡорт йәмәғәтселеге милли мәҙәниәтте үҫтереү юлдарын билдәләне

республиканың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге
Арина Рәхимҡолова
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡорт йәмәғәтселеге вәкилдәре 2016 йыл эшмәкәрлегегә йомғаҡ яһаны һәм 2017 йылға эш стратегияһын билдәләне. Йыйылғандар милли мәҙәниәттәр үҫтереү перспективаларын тикшерҙе, тәжрибә уртаҡлашты. Йәмәғәт ойошмалары етәкселәре ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл Силәбе өлкәһе Хөкүмәтендә уҙҙы.
Осрашыу Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге рәсми Вәкиле Амур Хәбибуллин һәм өлкә Мәҙәниәт министрлығының граждандар йәмғиәте институты менән эш итеү буйынса идаралыҡ начальнигы Илья Аносов башланғысы буйынса уҙҙы.
«Йолалар һәм мәҙәниәтте һаҡлау өлкәһендә һеҙ файҙалы күп эш башҡараһығыҙ, күп мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә үҙ ҡарашығыҙ бар, беҙҙең алға маҡсаттар ҡуяһығыҙ. Телде һаҡлау, уны киң таратыу бик мөһим», — тип билдәләне Амур Хәбибуллин.
Ул йылдың мөһим проекттары менән уртаҡлашты, атап әйткәндә, өлкә телеканалында башҡорт тапшырыуын эфирға сығарыу, Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге рәсми Вәкиллеге милли ойошмаларҙың дәүләт структуралары менән бергәләп эш итеүенә һәм милли-мәҙәни автономиялар башланғыстарына булышлыҡ итәсәген билдәләне.
Йыйылғандар ошондай осрашыуҙарҙы даими үткәрергә килеште. Сара аҙағында кәңәшмәлә ҡатнашыусылар башҡорт атлылары һәйкәленә сәскәләр һалды, тип хәбәр итте республиканың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров.
1 из 3
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика