02:47 (UTC+5), 09 Ғинуар 2017

Башҡортостандың рәсми делегацияһы Социалистик Вьетнам Республикаһына бара

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Сергей Захаров
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. 2017 йылдың 10 ғинуарынан алып 14-нә тиклем Башҡортостан делегацияһының Социалистик Вьетнам Республикаһына рәсми сәфәре планлаштырылған.
Сәфәрҙең программаһында Вьетнамдың эре ҡаларында – Ханойҙа, Хошиминда, Вунгтауҙа бер төркөм министрлыҡ, ведомство етәкселәре, эшлекле һәм ғилми даирә вәкилдәре менән осрашыуҙар һәм һөйләшеүҙәр ҡаралған.
Республиканың делегацияһын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкләй. Уның составына, рәсми шәхестәрҙән тыш, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вәкилдәре, эшҡыуарҙар инә.
2016 йылдың октябрендә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Вьетнам Социалистик Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Нгуен Тхань Шон менән осрашыуында төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте киңәйтеү перспективалары тикшерелде.
Республикалар араһында тауар әйләнеше әлеге ваҡытта 15 миллион доллар тәшкил итеүе билдәләнде. «Тәьминәт күләмен арттырырға кәрәк. Бының өсөн потенциал бар», — тине Республика Башлығы. Шулай уҡ ул уртаҡ производстволар төҙөү, инвестициялар йәлеп итеү кәрәклеге хаҡында белдерҙе.
«Дәүләттәребеҙ бик тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Беҙҙең халыҡтарҙы дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре бәйләй. Артабан да шулай буласаҡ. Үҙ яғыбыҙҙан, беҙ, Башҡортостан Республикаһы, Вьетнам һәм илдең провинциялары менән бәйләнештәребеҙҙе нығытасаҡбыҙ», — тип айырып әйтте Рөстәм Хәмитов.
Белешмә. Башҡортостандың Вьетнамға ебәргән төп тауарҙары иҫәбендә – химия һәм металлургия сәнәғәте продукцияһы, ҡорамалдар. Вьетнамдан беҙгә күндән эшләнгән әйберҙәр, ҡорамалдар, туҡыма килә. Республика биләмәһендә Вьетнам компаниялары ҡатнашлығында сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы, йөк ташыу, лак-буяу продукцияһы, пластмасса изделиелары, туҡыма етештереү менән мәшғүл 24 предприятие эшләй. Вьетнам граждандары Өфө дәүләт нефть-техник университетында уҡый. Ғилми тикшеренеүҙәр өлкәһендә Өфө дәүләт нефть-техник университетының төп уҙаҡташы – «Вьетсовпетро» Рәсәй-Вьетнам предприятиеһы, уның белгестәре 1997 йылдан алып уртаҡ семинарҙар, ғилми консультациялар һәм осрашыуҙар уҙғарыуҙа ҡатнаша. Әлеге ваҡытта Башҡортостан Бариа-Вунгтау провинцияһының Халыҡ комитеты менән сауҙа-иҡтисади, ғилми-техник һәм гуманитар өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү проекты әҙерләгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика