10:20 (UTC+5), 29 Декабря 2016

Владимир Путин балалар ялын ойоштороу тураһында закон ҡабул итте

Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
Өфө, 2016 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәй Президенты Владимир Путин балалар ялын ойоштороу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы, ул балаларҙың ғүмере һәм һаулығы хәүефһеҙлегенә талаптарҙы ҡатыландыра. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында урынлаштырылған.
Закон балалар ялын һәм сәләмәтләндереүен ойоштороусылар мотлаҡ үтәргә тейеш берҙәм талаптарҙы күҙ уңында тота, балалар менән йөрөгәндә туристик маршруттарға дөйөм талаптарҙы билдәләй, тип хәбәр итә «РИА Новости». Шулай уҡ балаларҙың ялын һәм сәләмәтләндереүен ойоштороу буйынса федераль мәғлүмәт реестры булдырыу тәҡдим ителә.
Документ федераль һәм төбәк башҡарма власть, урындағы үҙидаралыҡ органдарының балаларҙың ялы һәм хәүефһеҙлеге өсөн вәкәләттәрен һәм яуаплылыҡ өлкәһен асыҡлай һәм айыра. Бынан тыш, унда ауыр тормош хәлендәге балаларҙы путевкалар менән тәьмин итеү, ял итеү урынына һәм кирегә юл хаҡын түләү мәсьәләләрен алдан ҡарау тәҡдим ителә.
Закон туристик операторҙарҙың, агенттарҙың һәм экскурсия хеҙмәтләндереү ойошмаларының туристик маршруттарға ҡарата билдәләнгән талаптарҙы үтәү бурысын, бәлиғ булмаған балаларҙың уларҙы үтеүен ойоштороу тәртибен, бындай маршруттарҙың урыны, ваҡыты һәм үтеү оҙайлығы тураһында мәғлүмәтте вәкәләтле органдарға хәбәр итеү тәртибен билдәләй.
Документ менән һөнәри стандарттар, шулай уҡ балалар менән махсус рәүештә әҙерләнмәгән кешеләрҙең эшләүен булдырмаҫ өсөн квалификациялы талаптар әҙерләү һәм раҫлау ҡаралған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙә балалар ялына айырыуса иғтибар 18 июндә Карелиялағы фажиғәнән һуң арта. Унда 14 бала һәләк була.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика