07:04 (UTC+5), 29 Декабрь 2016

Рөстәм Мәрҙәнов: «Башҡортостанда иҡтисади һәм социаль тотороҡлоҡ тәьмин итеп булды»

Сергей Захаров
Өфө, 2016 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. «Шаҡтай ҡатмарлы, айырыуса йыл башындағы, шарттарҙа илебеҙ һәм тотош республика иҡтисады үҫешергә маташып бөтә төп социаль-иҡтисади үҫеш маҡсаттарына тиерлек ирешә алыуы — 2016 йылдың төп һөҙөмтәһе. Йәғни, дөйөм алғанда республикала һәм муниципалитеттарҙа иҡтисади, социаль тотороҡлоҡ тәьмин итеү», — тип белдерҙе Башҡортостан юлдаш телевидениеһына интервьюла Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов.
«Власть яуап бирә» проекты сиктәрендә ул власть органдарының 2016 йылда хәл иткән мәсьәләләре тураһында һөйләне һәм уҙған осорға төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә йомғаҡ яһаны.
«2016 йылда бөтә макроиҡтисад күрһәткестәре буйынса тиерлек беҙ үҫешкә эйә. Атап әйткәндә, был сәнәғәт етештереүгә ҡағыла – хәҙерге үҫеш 102 процент тәшкил итә. Йыл аҙағына тиклем был тенденцияның дауам ителеүен көтәбеҙ. Ауыл хужалығында ла ыңғай үҫеш бар. Беҙ яҡшы уңыш – 3 миллион 440 мең тонна ашлыҡ алдыҡ. Төҙөлөштә лә ыңғай күрһәткестәр. Йыл башында күптәр был өлкәгә иғтибар итте. Һис шикһеҙ, ауырлыҡтар булды», — тип билдәләне Рөстәм Мәрҙәнов.
Уның һүҙҙәренсә, «иғтибарҙы мөһимерәк һөҙөмтәләргә йүнәлдереү кәрәк ине, һәм уға бөтә Хөкүмәт эшмәкәрлеге йүнәлтелде».
«Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса махсус ойошторолған комиссия төрлө өлкә проблемаларын тикшереп, ваҡытында булышлыҡ итеп даими рәүештә эшләне. Бындай эш һөҙөмтәһендә, хатта ҡатмарлы макроиҡтисад шарттарына ҡарамаҫтан, быйыл баланслы бюджетҡа эйә булдыҡ. Унан да бигерәк, бюджет профицит менән үтәләсәк. Дәүләт бурысы кәмейәсәк. Проблемалы тармаҡтар шулай уҡ даими иғтибар үҙәгендә булды. Төҙөлөш тураһында һөйләгәндә – йыл башында төҙөлөш күләме кәмегәйне, махсус ярҙам итеү саралары күрелде».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика