03:50 (UTC+5), 28 Декабря 2016

«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе секретары итеп йәнә Константин Толкачев һайланды

Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
Өфө, 2016 йыл, 28 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең төбәк бүлексәһе секретары итеп йәнә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев һайланды. Ҡарар партияның Башҡортостан төбәк бүлексәһенең отчет-һайлау конференцияһында ҡабул ителә. Форумда партия эшенә йомғаҡ яһала, төбәк сәйәси совет һәм контроль-ревизия комиссияһы ағзалары, төбәк бүлексәһе секретары һайлана.
Төбәк парламенты спикеры аңлатыуынса, дүрт йыл уҙғас конференцияны ойоштороу тураһындағы ҡарарҙы партияның Генераль советы ҡабул итте. Яңынан һайлау ваҡытынан алда уҙғарылды. Константин Толкачев уҙған дүрт йылдың төп һөҙөмтәһе тип фирҡәнең бөтә һайлау кампанияларында еңеүен атаны.
— «Берҙәм Рәсәй» – ул сәйәси партия, һәм һайлауҙарҙа еңеү уның төп бурысы. Был маҡсатҡа ирешә алдыҡ, — тип журналистарға һөйләне Константин Толкачёв. — Был йылдарҙа партияның абруйы һан һәм сифат яғынан да үҫте тип уйлайым. Бөгөнгө көндә унда 89 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә, һуңғы йылдарҙа ғына фирҡәселәр һаны дүрт меңгә артты.
Бүлексә секретары һүҙҙәренсә, был тенденция дауам итә. Партияға лайыҡлы кешеләр килә. Бер уҡ ваҡытта «рәттәрҙе таҙартыу» сиктәрендә берҙәм рәсәйлеләр «фирҡә менән мөнәсәбәттәрен өҙгән, үҙ-үҙен яманатлы иткәндәрҙән ҡотола».
«Берҙәм Рәсәй» – ул тере институт, ул аныҡ эштәрҙә һәм проекттарҙа асыла, тип иҫәпләй Константин Толкачев.
Бөгөнгө көнгә берҙәм рәсәйлеләр 40-лаған федераль һәм республика партия проекттарын ғәмәлгә ашыра. 50-ләгән проект муниципаль кимәлдә эшләп килә. Улар граждандарҙа хуплау таба.
«Берҙәм Рәсәй» башҡа фирҡәләрҙән айырмалы рәүештә һайлауҙан һайлауға тиклем йәшәмәй. Ул даими рәүештә эшләй. Һайлаусыларыбыҙ менән меңәрләгән юл аша бәйлебеҙ, республикабыҙҙың бөтә район-ҡалаларында йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәләре эшләй, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Константин Толкачёв. — Беҙгә бик күп граждандар үҙ проблемалары, ихтыяждары менән килә. Уларҙың береһе лә иғтибарһыҙ ҡалмай. Ҡағиҙә булараҡ, күпселек тәҡдимдәр буйынса ыңғай яуап бирәбеҙ».
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика