05:03 (UTC+5), 27 Декабря 2016

Рәсәйҙәр йыл сәйәсмәнен билдәләне

Арина Рәхимҡолова
Өфө, 2016 йыл, 27 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Владимир Путин рәсәйҙәр өсөн йыл сәйәсмәне булып тора. Был мәғлүмәттәр Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәгенең һорау алыу барышында асыҡлаған. Ил Президентын яуап биргәндәрҙең 64 проценты һайлаған.
Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәгенең мәғлүмәттәренә ярашлы, артабан ярайһы уҡ ҡалышып Сергей Лавров (18 процент), Владимир Жириновский (8), Сергей Шойгу (8), Дмитрий Медведев (7) килә. Рәсәй элитаһы рейтингында ла беренсе урын Президентта (77 процент).
Рәсәйҙәр 2016 йылда төп донъя ваҡиғаһы тип Сүриәләге һуғышты (бер йыл элек тә был тема беренсе урында ине) атаған. Рейтингтың икенсе баҫҡысында Америка ҡушма штаттарында уҙған президент һайлауҙары (31 процент), өсөнсөлә – спорт ваҡиғалары (13 процент). Граждандар өсөн илдә яңғырашлы ваҡиға булып тәү сиратта парламент һайлауҙары (10 процент), Рәсәй спортсыларының допинг ҡулланыуҙары менән бәйле хәл (7 процент), коррупция менән көрәш (4), Сүриәгә хәрби ярҙам (4) тора.
«Медиалогия» компанияһы Рәсәй киң мәғлүмәт сараларын анализлау барышында алған мәғлүмәттәренә ярашлы, донъялағы 3 иң билдәле ваҡиғаға Америка ҡушма штаттарындағы президент һайлауҙарында Дональд Трамптың еңеүе, Төркиәлә хәрби түңкәрелеш ойоштороп маташыуҙары һәм «Brexit» ингән. Рәсәй ваҡиғалары исемлегендә тәүге баҫҡыстарҙа Рәсәй спортында допинг ҡулланыу ығы-зығыһы, милли йыйылманың Рио-де-Жанейрола олимпиадала сығыш яһауҙары, Дәүләт Думаһына һайлауҙар тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика