Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
23 Декабрь 2016, 14:27
Башҡортостан журналистары Владимир Путинға һорауҙарын бирергә әҙерләнә
ӨФӨ, 2016 йыл, 23 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башкортостандың алдынғы киң мәғлүмәт саралары журналистары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың матбуғат конференцияһында ҡатнаша. Сараға 1,5 яҡын журналистар йыйылды. Дәүләт башлығы уны 12-се тапҡыр үткәрә. Төркиәләге Рәсәй илсеһе Андрей Карлов менән хушлашыу сәбәпле Президент журналистар менән осрашыу ваҡытын бер тәүлеккә күсергәйне.
Башкортостан журналистарын экология, милли хәүефһеҙлек доктринаһы, Рәсәй спортсылары, региональ телеканалдар һәм «Башнефть»тең киләсәгенә бәйле һорауҙар ҡыҙыҡһындыра.
Матбуғат конференцияһы Халыҡ-ара сауҙа итеү үҙәгендә үтә. Президенттың журналистар менән аралашыуын тура эфирҙа «Беренсе канал», «Россия 1» һәм «Россия 24» телеканалдары күрһәтә. Шулай уҡ трансляцияны «Маяк», «Вести ФМ» һәм «Радио России» радиостанциялары алып бара.
Автор:
Ғәлиә Нәбиева
Теги:
владимир путиндың матбуғат конференцияһы
Читайте нас