05:31 (UTC+5), 12 Декабря 2016

Рөстәм Хәмитов урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеге буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Олег Яровиков, Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 10 декабрҙә республика Хөкүмәте йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктәге үҙидара органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген баһалау һәм муниципаль берәмектәрҙең территориаль үҫеше менән бәйле мәсьәләләр буйынса киңәйтелгән кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары һәм республиканың муниципаль берәмектәре башлыҡтары ҡатнашты.
Кәңәшмәне асып, республика Башлығы Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенең төп күрһәткестәрендә ыңғай динамика күҙәтелеүен билдәләне. Был төбәктең алға барыуы хаҡында һөйләй. Муниципалитеттар дөйөм һөҙөмтәгә ҙур өлөш индерә, шуға күрә уларҙың эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеге ҙур әһәмиәткә эйә.
Вице-премьер – Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев үҙ сығышында муниципалитеттарға республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы менән берлектә көрсөккә ҡаршы пландарға үҙгәреш индерергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Башҡортостан автомобиль юлдарының оҙонлоғо буйынса Рәсәй төбәктәре араһында беренсе урын биләй, тип билдәләне республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ильяс Мөниров. Быйыл төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге юлдарҙы тәртиптә тотоуға һәм ремонтлауға 8,7 миллиард, урындағы әһәмиәттәге юлдарҙы төҙөкләндереүгә 6,6 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов алдағы йылдарға республиканың агросәнәғәт комплексын үҫтереү планын тәҡдим итте.
Республикала ҡулланыусылар кооперацияһын һәм ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереү буйынса саралар планы әҙерләнәсәк, тип хәбәр итте вице-премьер. «500 ферма» программаһын тормошҡа ашырыу яңы форматта дауам итәсәк.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов республикалағы демографик хәл тураһында һөйләне. 2016 йылдың 10 айында төбәктә 46,9 мең бала тыуған. Шулай итеп, халыҡтың тәбиғи үҫеше һаҡлана.
Кәңәшмәне тамамлап, Рөстәм Хәмитов 2015 йыл өсөн урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген комплекслы баһалау һөҙөмтәләре буйынса призлы урын яулаған муниципаль берәмектәргә гранттар алыу өсөн сертификаттар тапшырҙы. Рейтингтар – үҙмаҡсат түгел, әммә улар муниципалитеттар үҫешенең төп йүнәлештәрен асыҡларға ярҙам итә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк Башлығы.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика