Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
12 Декабрь 2016, 15:27
Баш ҡаланың Дим районында — яңы хакимиәт башлығы
ӨФӨ, 2016 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Сергей Плотников Өфөнөң Дим районы хакимиәте башлығы итеп
тәғәйенләнде
. Баш ҡала мэры Ирек Ялалов коллективты яңы етәксе менән таныштырҙы.
Егерме йыл ошо вазифаны биләгән Зыфар Хәкимов хаҡлы ялға сыҡты.
Белешмә. Сергей Николаевич Плотников 1979 йылдың 15 авгусында Өфөлә тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2003 йылда төҙөлөш өлкәһендә башлай. Өфө хакимиәтенең «Дизайн һәм тышҡы реклама идаралығы» муниципаль унитар предприятиеһында инженер, «Газ-Сервис» асыҡ акционерҙар ойошмаһында бүлек начальнигы булып эшләй. Ҡаланың коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығында етештереү-техник бүлегенең әйҙәүсе белгесенән алып начальник урынбаҫарына тиклем юл үтә. 2015 йылдан Дим районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһын биләне.
Теги:
тәғәйенләүҙәр
дим районы
Читайте нас