ӨФӨ, 2016 йыл, 9 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Рәсәй Хөкүмәте 11 инновация кластерын
һайлап алды. Улар иҫәбендә Башҡортостандың нефть һәм химия кластеры ла бар. Ул республикалағы 160 предприятиены үҙ эсенә ала. 2017 йылда уға ярҙам итеүгә федераль бюджеттан яҡынса 140 миллион, 2018 йылда иһә 500 миллион һум аҡса йүнәлтеү күҙаллана. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов хәбәр итте, республика Дәүләт Йыйылышына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһап.