10:09 (UTC+5), 09 Декабря 2016

Рөстәм Хәмитов етәкселәрҙе уҡытыу өсөн профессиональ компетенциялар төбәк үҙәген ойошторорға ҡушты

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 9 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан Башлығы дәүләт һәм муниципаль идаралыҡ органдары, предприятие һәм учреждение етәкселәрен, белгестәрен өҙлөкһөҙ уҡытыу өсөн профессиональ компетенциялар төбәк үҙәген ойоштороу мәсьәләһен күтәрҙе. Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең кадрҙар составына, уларҙың компетенцияһына һәм профессиональ әҙерлегенә ҙур иғтибар бүлде.
2012 йылдан республиканың Кадрҙар сәйәсәте концепцияһы эшләй, тип билдәләне республика етәксеһе. Шуға ҡарамаҫтан, яуаплы вазифаларға тәғәйенләгәндә ҡарарҙарҙың асыҡлығын һәм һөҙөмтәлелеген күтәреү төп бурыс булып ҡала.
«Ошо процестарҙы «һауыҡтырырға», эшкә алғанда, шул иҫәптән «Республика кадрҙары» порталы аша конкурс процедураларының асыҡлығына өлгәшеү мөһим. Һәләтле белгестәргә юғары, яҡшы эш хаҡы түләнгән вазифа биләргә мөмкинлек биргән «социаль лифттар» тулыһынса эшләргә тейеш, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. — Ошо йәһәттән власть органдарына яҡшы хеҙмәткәрҙәр һайлап алыу мәсьәләләре буйынса кадрҙар агентлығына мөрәжәғәт иткән эшҡыуарлыҡ структураларынан күп нәмәгә өйрәнәһе бар, тип иҫәпләйем. Был өлкәлә профессиональ ҡарашҡа һәм инновацияларға таяныу мотлаҡ».
Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенә Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы һәм Мәғарифты үҫтереү институтының дәүләт һәм муниципаль идаралыҡ органдары, предприятие, учреждение етәкселәрен, белгестәрен өҙлөкһөҙ уҡытыу өсөн профессиональ компетенциялар төбәк үҙәген ойоштороу буйынса берлектәге эшен яйға һалырға ҡушты.
Киләһе ярты йылда Башҡортостан Башлығы Хакимиәте республика Хөкүмәте менән берлектә кадрҙар сәйәсәтен камиллаштырыу программаһын әҙерләргә һәм раҫларға тейеш.
Рөстәм Хәмитов республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә төбәктәге киң мәғлүмәт сараларын яңыртыу, телемедицина мөмкинлектәре, мәғариф, агросәнәғәт комплексы мәсьәләләренә лә туҡталды.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика