11:57 (UTC+5), 09 Декабрь 2016

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны

Башҡортостан юлдаш телеканалы
Башҡортостан юлдаш телеканалы
ӨФӨ, 2016 йыл, 9 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Республиканың алдағы йылға төп документы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының сираттан тыш ултырышы барышында халыҡ иғтибарына еткерелде. Төбәк етәксеһенең сығышын Башҡортостан юлдаш телеканалы тура эфирҙа күрһәтте. Тәүҙә Рөстәм Хәмитов депутаттар корпусына башҡарма власть органдары менән асыҡ, һөҙөмтәле эш алып барғандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Уның әйтеүенсә, яйға һалынған эш тормоштоң бөтә яҡтарын яҡшыртыу өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.
«Дөйөм алғанда, республиканың социаль-иҡтисади хәле тотороҡло. Йыл йомғаҡтары буйынса сәнәғәт етештереүе индексы, һалым килемдәренең үҫеш темпы илдәге уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ буласаҡ. Социаль йөкләмәләр тулыһынса үтәлә. Инвестициялар, төҙөлөш, хеҙмәт хаҡы һәм килем кимәле, эшһеҙлек күрһәткестәренә бәйле хәл яйға һалына, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Рәсәй Президенты Владимир Путин ил Хөкүмәте алдына тотороҡло иҡтисади үҫешкә күсеү, эшҡыуарҙарҙың әүҙемлеген арттырыу, социаль тотороҡлоҡто нығытыу, халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу бурыстарын ҡуя. Тышҡы баҙарҙарҙа һәм бюджет сикләүҙәрендә килеп тыуған хәлдәрҙә быны тәү сиратта эске резервтарға таянып эшләргә кәрәк».
Рөстәм Хәмитов республика Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамә менән етенсе тапҡыр сығыш яһаны.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика