Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
5 Декабрь 2016, 09:36

Рөстәм Хәмитов «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе ағзаларын партияның 15 йыллығы менән ҡотланы

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 2 декабрҙә республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының 15 йыллығына арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны.
«Берҙәм Рәсәй», күп быуатлыҡ рухи ҡиммәттәргә һәм иң яҡшы традицияларға, партия ағзаларының профессионаллегенә һәм яуаплылығына таянып, күп милләтле илдең тергеҙеү командаһы булды, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы.
– «Берҙәм Рәсәй» тәүҙән үк ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итте. Йылдам темптар менән иҡтисади ҡеүәтте тергеҙергә, илдең берҙәмлеген нығытырға, оборона һәләтен арттырырға, инвестициялар йәлеп итергә, социаль өлкәне үҫтерергә һәм иң мөһиме – халыҡтың именлеген арттырыуға булышлыҡ итергә кәрәк ине, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн «Берҙәм Рәсәй» – ҙур ойошма, тарихы, бай традициялары, проекттары һәм киләсәккә ғәмәлдәр программаһы булған коллектив ул. Партияның асыҡ стратегияһы, мөһим социаль проекттары бар.
Республика Башлығы һүҙҙәренсә, Башҡортостан – партияның терәк төбәге. Бөгөн бында фирҡәнең 69 урындағы һәм 3 709 беренсел бүлексәләре эшләй. Төбәк бүлексәһендә 89 меңдән ашыу кеше тора.
Читайте нас