Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
2 Декабрь 2016, 18:06
Айбулат Хажин төбәктең Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнде
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2016 йыл, 2 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Башҡортостан Башлығы бойороғо менән Айбулат Хажин Башҡортостандың Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы начальнигы итеп
тәғәйенләнде
.
Хажин Айбулат Вәкил улы 1973 йылдың 30 сентябрендә Өфөлә тыуған. Өфөләге 1-се медицина училищеһын, Башҡорт дәүләт педагогия институтын «биология һәм химия» һөнәре буйынса тамамлаған. Педагогия фәндәре кандидаты.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1996 йылда Арғаяштағы 2-се урта мәктәптә башлай, унда химия уҡытыусыһы булып эшләй.
1997 – 2000 йылдарҙа – Урал дәүләт физик культура академияһы аспиранты.
2014 – 2016 йылдарҙа – Башҡортостан мәғариф министрының беренсе урынбаҫары.
Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
Теги:
тәғәйенләүҙәр
бр башлығы
Читайте нас