10:05 (UTC+5), 01 Декабря 2016

2017 йылда революцияларға йөҙ йыл тула, тип иҫкә төшөрҙө Владимир Путин

Рәсәй Президентының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 1 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Сара, ғәҙәттәгесә, Ҙур Кремль һарайының Георгий залында уҙа.
«Бөгөн иҡтисад, социаль өлкә, эске һәм тышҡы сәйәсәттәге бурыстарыбыҙ хаҡында һүҙ барасаҡ. Был юлы иҡтисадҡа, социаль мәсьәләләргә һәм эске сәйәсәткә ҙур иғтибар бирәбеҙ», — тине Владимир Путин, Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәт итеп.
«Ошо мәсьәләләрҙе, тарихта бер нисә тапҡыр булғанса, ҡатмарлы шарттарҙа хәл итергә тура килә. Рәсәй халҡы илдең милли мәнфәғәттәрен, суверенитетын һәм бойондороҡһоҙ курсын яҡларға һәләтле булыуын йәнә раҫланы», тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент.
2017 йылда революцияларға йөҙ йыл тула, тип иҫкә төшөрҙө Президент. Киләһе йылда ошо ваҡиғаларға төплө анализ яһау мөһим, тип билдәләне дәүләт башлығы.
«Тыныс илдәрҙә лә дини, милли йәки социаль нигеҙҙәге низағтарҙың барлыҡҡа килеүе борсолоу тыуҙыра. Күскенселәр арҡаһында тыуған проблемалар уларҙы арттыра ғына», — тине Владимир Путин.
Тарих дәрестәре тыныслыҡ һәм татыулыҡ өсөн кәрәк, тип иҫәпләй дәүләт башлығы.
Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән 13-сө тапҡыр сығыш яһай. Рәсәйҙең яңы тарихында сара 23-сө тапҡыр уҙғарыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика