Шишәмбе, 14 Апрель 2026
|
Өфө
+11 °С
05:57 (UTC+5), 28 Ноябрь 2016

Владимир Нагорный Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Владимир Нагорный Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде.
Рөстәм Хәмитовтың икенсе Указы менән Сергей Молчанов, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһынан бушатылды.
Нагорный Владимир Александрович 1957 йылдың 30 июнендә Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында тыуған. 1983 йылда Өфө нефть институтын «Иҡтисад һәм нефть-газ сәнәғәтен ойоштороу» һөнәре буйынса тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1978 йылда Сәнәғәт төҙөлөшө ғилми-тикшеренеү институтында башлай, унда өлкән техник, инженер, сектор мөдире, бүлек мөдире урынбаҫары, бүлек мөдире була.
1986-1991 йылдарҙа – инструктор, КПСС-тың Орджоникидзе район комитеты бүлеге мөдире урынбаҫары, «Башнефтезаводстрой» проект-төҙөлөш берекмәһенең партком секретары урынбаҫары, партком секретары.
1991–1999 йылдарҙа – «Башнефтезаводстрой» проект-төҙөлөш берекмәһенең «3-сө Төҙөлөш-сәнәғәт комбинаты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә бүлек етәксеһе, етәксенең иҡтисад буйынса урынбаҫары, генераль директорҙың иҡтисад буйынса урынбаҫары.
1999–2003 йылдарҙа – депутаттарҙың Орджоникидзе район Советы рәйесе урынбаҫары.
2003–2004 йылдарҙа – Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының Муниципаль берәмек Советы рәйесе урынбаҫары.
2004–2005 йылдарҙа – Өфө ҡала Советы секретариатының ойоштороу бүлеге мөдире, Өфө ҡала Советы секретары.
2006–2008 йылдарҙа – «Уралторгсервис» етештереү-сауҙа фирмаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры урынбаҫары, директор.
2008–2010 йылдарҙа – Өфө ҡалаһы ҡала округының Орджоникидзе районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары.
2010–2011 йылдарҙа – Өфө ҡалаһы ҡала округының Киров районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары.
2011–2014 йылдарҙа – Өфө ҡалаһы ҡала округының Ленин районы хакимиәте башлығы.
2014 йылда – Башҡортостан Президентының Биләмәләр менән эшләү һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса идаралығы етәксеһе.
2014–2016 йылдарҙа – Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары.
Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика