13:13 (UTC+5), 28 Ноября 2016

Башҡортостан Башлығы республика Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамә менән декабрь айында сығыш яһай

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһауҙы 30 ноябрҙән декабргә күсерергә ҡарар итте. Был 1 декабрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһауына бәйле. Ошо хаҡта «Башинформ» агентлығына республика Башлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр. Аныҡ дата һуңғараҡ билдәле була.
Бынан алда республиканың киләһе йылға төп документын иғлан итеү Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының ноябрҙәге пленар ултырышына билдәләнгәйне.
Былтыр Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамә менән 26 ноябрҙә сығыш яһаны. Республика етәксеһенең сығышында төп урынды иҡтисад мәсьәләләре биләне, сөнки тап иҡтисад мәҙәниәт, мәғариф, тәрбиә менән бәйле мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итеүҙең нигеҙе булып тора.
Мөрәжәғәтнамәлә инновациялы нигеҙҙә төҙөлөргә тейешле иҡтисадтың мөмкинлектәренә ҙур иғтибар бүленде. Импортты алмаштырыу буйынса бурыстар ҡуйылды. Республика граждандарында, тәү сиратта йәштәрҙә илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү тураһында ентекле әйтелде. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына ла байтаҡ һорауҙар булды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика