10:52 (UTC+5), 25 Ноября 2016

1 декабрҙә Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай

kremlin.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 25 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 1 декабрҙә Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Рәсәй Президентының Матбуғат хеҙмәте һәм мәғлүмәт идаралығындағы аккредитация һәм брифингтар департаменты йыл ваҡиғаһын яҡтыртыу өсөн аккредитация асҡан.
Был — Рәсәйҙең яңы тарихында 23-сө һәм Путин өсөн 13-сө Мөрәжәғәтнамә, тип хәбәр итә ТАСС. Ғәҙәттәгесә, сара Ҙур Кремль һарайының Георгий залында Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Дәүләт Думаһы һәм Федерация Советы парламентарийҙарынан тыш, унда Хөкүмәт ағзалары, Конституция һәм Юғары суд рәйестәре, генераль прокурор, Үҙәк һайлау комиссияһы, Иҫәп палатаһы, Йәмәғәт палатаһы башлыҡтары, төбәк етәкселәре, төп конфессия башлыҡтары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре саҡырыла. Сығыш тура эфирҙа күрһәтелә.
Президенттың бурысы — илдәге хәлгә баһа бирелгән, эске һәм тышҡы сәйәсәттең төп йүнәлештәре билдәләнгән Мөрәжәғәтнамәне уҡып ишеттереү.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика