10:09 (UTC+5), 24 Ноября 2016

Башҡортостан коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың ҡаҙна аҡсаһын үҙләштереүе буйынса лидер тип билдәләнде

kremlin.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың ҡаҙна аҡсаһын үҙләштереүе буйынса лидер тип билдәләнде. Был хаҡта Рәсәй Президентының Хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмәһендә иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Евгений Елин белдерҙе. Президенттың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәттәрен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре төп тема булды.
Евгений Елин һүҙҙәренсә, «илдең 33 субъекты, үҙҙәренең үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, социаль өлкәлә хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса пландарҙы раҫланы ла инде. Яҡын арала башҡа төбәктәрҙә лә ошо эш тамамланыр, тип иҫәпләйбеҙ».
«Ҡайһы бер төбәктәрҙә социаль йүнәлешле ойошмалар хеҙмәттәр күрһәтеүгә бүленгән бюджет аҡсаһын үҙләштереүҙең 10 процентлы кимәленә еткән һәм хатта уҙып киткән. Башҡортостан, Пермь крайы, Ханты-Манси автономиялы округы — лидерҙар иҫәбендә», — тип хәбәр итте министр урынбаҫары.
Рәсәй Хөкүмәтендә киләһе йылда социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың ҡаҙна аҡсаһын үҙләштереүен тәьмин итеү буйынса саралар комплексы тулы күләмдә эшләй башлар тип көтөлә. Уларҙың күләме тейешле төбәк һәм муниципаль программаларҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн ҡаралған аҡсаның 10 процентына тиклем тәшкил итәсәк.
«2017 йылдың 1 ғинуарынан уҡ теләһә ниндәй коммерцияға ҡарамаған ойошма башҡарыусы ойошмалар реестрына инеү өсөн ғариза бирә, ике-дүрт айҙан шундай статусҡа эйә була ала. Ойошмаларға ике йыллыҡ субсидия бирелә һәм улар халыҡҡа социаль хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн ике йыллыҡ килешеү төҙөргә хоҡуҡлы», — тип белдерҙе Евгений Елин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика