Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
0 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Ноябрь 2016, 15:00
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының ноябрҙәге пленар ултырышы республика Башлығының Мөрәжәғәтнамәһе менән асыла
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының ноябрҙәге пленар ултырышы республика Башлығының Мөрәжәғәтнамәһе менән башлана. Төбәк парламенты президиумы ултырышты үткәреү датаһын раҫланы. 30 ноябрҙә депутаттар 40-тан ашыу закон проектын ҡарай.
«2017 йылға һәм 2018, 2019 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында» һәм «2017 йылға һәм 2018, 2019 йылдарҙың план осорона Башҡортостандың Мотлаҡ медицина страховкаһы территориаль фондының бюджеты тураһында»ғы закон проекттары иң мөһимдәр иҫәбендә. Улар икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа ҡарауға тәҡдим ителә.
«Башҡортостан Республикаһында ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген көйләү тураһында»ғы төбәк законы йәмәғәт контроле хаҡында норма менән тулыландырыла.
Депутаттар яңғыҙ йәки пенсия йәшендәге эшләмәгән граждандарҙың ғаиләһендә йәшәгән торлаҡ хужаларына компенсация түләү ваҡытын оҙайтырға ниәтләй. 2017 йылдың аҙағына тиклем льгота 70 йәше тулғандарға — 50, 80 йәшлектәргә 100 процент тәшкил итәсәк.
Тәүге уҡыуҙа парламентарийҙар «Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә хеҙмәт баҙарының төбәк үҙенсәлектәрен сағылдырыусы коэффициент билдәләү хаҡында»ғы республика Законына үҙгәрештәр индереүҙе ҡарай. Депутаттар 2017 йылда коэффициентты 1,596213 күләмендә ҡалдырырға тәҡдим итә.
Закон проекттарының бер өлөшө федераль ҡануниәттең үҙгәреүенә бәйле әҙерләнгән. Мәҫәлән, 2017 йылдың 1 ғинуарынан етештереү, социаль һәм фәнни, халыҡҡа көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеү өлкәләрендә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге төрҙәрен билдәләгәндә Рәсәй төбәктәренә яңы исемлеккә таянырға кәрәк. Был үҙгәрештәр төбәк ҡануниәтенә индерелә.
Теги:
башҡортостан дәүләт йыйылышы
бр башлығы мөрәжәғәтнамәһе
Читайте нас