06:32 (UTC+5), 17 Ноябрь 2016

Баш ҡалала «Ҡатын-ҡыҙҙар диалогы. Сикһеҙ мәрхәмәтлек» форумы асылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Өфөләге Конгресс-холда «Ҡатын-ҡыҙҙар диалогы. Сикһеҙ мәрхәмәтлек» тип аталған форум үҙ эшен башланы. Халыҡ-ара фестивалде Диана Гурцкая асты. Танылған йырсы һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балалар студияһы тәрбиәләнеүселәре башҡарыуында «Доға» йыры яңғыраны.
Уның эшендә Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Галина Карелова һәм Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова ҡатнаша.
Өфөгә 400-гә яҡын кеше — Рәсәй төбәктәренән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, ШОС һәм БРИКС илдәренән йәмәғәт ойошмалары етәкселәре, социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмалар вәкилдәре, лидер ҡатын-ҡыҙҙар килде.
Форумды ойоштороусылар — Федерация Советы, Башҡортостан Хөкүмәте һәм «Мәрхәмәт» хәйриә мәғариф фонды. Ике көнлөк форумда пленар ултырыш, мәғариф һәм мәҙәниәт, гуманитар үҙ-ара эш итеү һәм ирекмәнлек, халыҡҡа социаль хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендә дәүләттәрҙең, хәйриә, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың хеҙмәттәшлеген үҫтереү мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәлдәр үткәреү күҙ уңында тотола.
«Ҡатын-ҡыҙҙар диалогы»нда АҠШ, Бөйөк Британия, Германия, Көньяҡ Африка Республикаһы, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Эстония, Вьетнам, Италияның йәмәғәт, хәйриә һәм дәүләт ойошмалары вәкилдәре ҡатнаша.
Программала ирен-аңҡау кәмселектәре булған балалар өсөн «Йылмайыу операцияһы» хәйриә акцияһы, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҡатнашлығында фестиваль, яңы эш башлаған социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре һәм тренингтар ойоштороу ҡаралған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика