07:21 (UTC+5), 09 Ноября 2016

Республикала яңы программа мохтаждарҙы торлаҡ менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итәсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда мохтаждарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса программаның проекты әҙерләнгән. Был хаҡта республика Дәүләт Йыйылышының профилле комитетында Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүтов һөйләне.
Программа сиктәрендә 2017-2025 йылдарҙа эконом класлы торлаҡ төҙөргә тәҡдим ителә. Шулай уҡ шәхси йорт төҙөгәндә граждандарға ярҙам кире ҡайтарыу нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Хәлит Мәхмүтов әйтеүенсә, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың ҡуртым торлаҡ фондын булдырыу өсөн торлаҡ төҙөүе күҙ уңында тотола. Аҙ килем алған граждандар арзан хаҡҡа фатир һатып алһын өсөн ярҙам итеү механизмдарын индереү ҡаралған.
Ошо программаны төбәк етәксеһенең ҡушыуы буйынса Башҡортостандың Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды менән берлектә республиканың «Госстрой» ойошмаһы әҙерләгән. Эш шунда: халыҡтың айырым төркөмдәренең түбән килемле булыуы уларға шәхси йәки заем аҡсаһы иҫәбенә торлаҡ шарттарын яҡшыртырға мөмкинлек бирмәй. Хәлит Мәхмүтов килтергән мәғлүмәттәргә ярашлы, ғаиләләрҙең 15 процентының ғына фатирҙы Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фондының льготалы хаҡы буйынса һатып алыу мөмкинлеге бар. Социаль торлаҡ төҙөү һәм мохтаждарҙы улар менән тәьмин итеү темпы етерлек түгел. Төҙөлөш күләмен арттырыу өсөн республика Башлығы ошо программаны әҙерләргә ҡушҡайны. Планға ярашлы, 2025 йылға проект сиратта тороусыларҙың максималь һаны буйынса ошо мәсьәләләрҙе хәл итәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика