ӨФӨ, 2016 йыл, 1 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 31 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Миҙхәт Шакировтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны.
Унда республика һәм муниципаль власть органдары вәкилдәре, ветерандар, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, дин әһелдәре, Миҙхәт Шакировтың туғандары, яҡындары һәм хеҙмәттәштәре ҡатнашты.
– Республикабыҙға тап Зыя Нуриев, Зекериә Аҡназаров, Миҙхәт Шакиров кеүек дәүләт эшмәкәрҙәре етәкселек иткән йылдарҙа хәҙерге иҡтисади ҡеүәткә, мәғарифҡа, фәнгә һәм мәҙәниәткә нигеҙ һалынды, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн Башҡортостан – Рәсәйҙең иң уңышлы төбәктәренең береһе. Миҙхәт Шакиров заманында ла шулай булды. Ул етәкселек иткән осорҙа республика иҡтисадты һәм социаль өлкәне үҫтереүҙә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәште. Әлбиттә, беҙ Миҙхәт Шакиров кеүек республикабыҙ өсөн байтаҡ эштәр башҡарған кешеләрҙе хөрмәтләп иҫкә алырға тейешбеҙ. Уҙған йылдарҙа өлгәшелгән уңыштар – буласаҡ ҡаҙаныштар өсөн терәк. Уларҙың тәжрибәһен өйрәнеп, беҙ аҡыллыраҡ, көслөрәк, берҙәмерәк булабыҙ, ышаныслы аҙымдар менән алға барабыҙ.
Бөгөн Башҡортостан Миҙхәт Шакиров етәкселек иткән йылдарҙа башланған эштәрҙе дауам итә, тип билдәләне республика Башлығы.
– Беҙ совет осоронда республикала нигеҙ һалынған иң яҡшы традицияларҙы дауам итәбеҙ. Стратегик планлаштырыу менән шөғөлләнәбеҙ, дәүләт программаларын әҙерләйбеҙ, ҙур мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн ресурстар йәлеп итәбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе. – Шулай уҡ иҡтисадты үҙгәртәбеҙ. Ҡеүәтле нефть-газ химияһы комплексы менән бер рәттән машиналар эшләүҙе, ауыл хужалығын, юғары технологиялы тармаҡтарҙы үҫтерәбеҙ, индустриаль һәм технопарктар асабыҙ. Республиканың бәләкәй ҡалаларында производствоны киңәйтәбеҙ, урындағы бюджеттарҙы нығытабыҙ.
Миҙхәт Закир улының ҡыҙы Нилә Имашева Башҡортостан Башлығына республика етәкселегенең атаһының юбилейына иғтибар биргәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
1986-1992 йылдарҙа Башҡорт АССР-ның Министрҙар Советы рәйесе булған Марат Мирғәзәмов Миҙхәт Шакиров тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.