07:04 (UTC+5), 01 Ноября 2016

Рәсәй Президенты Башҡортостандың Тәфтиш комитеты етәксеһен тәғәйенләне

Киров өлкәһе буйынса Тәфтиш комитеты сайты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 1 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. 31 октябрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин юстицияның генерал-майоры Григорий Житенёвты Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләне. Был вазифаны ул биш йыл биләйәсәк. Дәүләт башлығының тейешле Указы рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Григорий Яковлевич Житенёв 1972 йылдың 16 февралендә тыуған. 1994 йылда Һарытау дәүләт хоҡуҡ академияһын тамамлаған. Шул уҡ йылда Пенза өлкәһе прокуратураһына ҡабул ителә, унда тәфтишсе, енәйәт эштәре буйынса суд ҡарарҙарының законлылығын күҙәтеү бүлеге прокуроры, Пензаның Октябрь районы прокуроры урынбаҫары, тикшереү, тәүләп һорау алыу һәм оператив-эҙләү эшмәкәрлеген күҙәтеү бүлеге етәксеһе булып эшләй.
2007-2012 йылдарҙа Рәсәй Тәфтиш комитетының Пенза өлкәһе буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары була. 2013 йылдың 23 ғинуарынан Рәсәй Тәфтиш комитетының Киров өлкәһе буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһына тәғәйенләнә.
Хеҙмәт бурыстарын өлгөлө үтәгәне, юғары һөҙөмтәләргә ирешкәне өсөн «Рәсәй Федерацияһы прокуратураһы ҡарамағындағы Тәфтиш комитетының почетлы хеҙмәткәре», «Рәсәй Федерацияһы Тәфтиш комитетының почетлы хеҙмәткәре», «Тәфтиш органдары отличнигы» билдәләре, «Хеҙмәттәре өсөн», «I, II, III дәрәжә яҡшы хеҙмәте өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика