05:13 (UTC+5), 27 Октября 2016

Рөстәм Хәмитов Вьетнамдың Рәсәйҙәге илсеһе Нгуен Тхань Шон менән осрашты

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 27 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 26 октябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Вьетнамдың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Нгуен Тхань Шон етәкселегендәге рәсми делегация менән осрашты. Яҡтар сәнәғәт, сауҙа-иҡтисади, фәнни һәм мәҙәни өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе.
Башҡортостан Башлығы республика иҡтисадының төп тармаҡтарын һәм тышҡы сауҙа әйләнешен арттырыу кәрәклеген билдәләне.
– Вьетнам эшҡыуарлығы менән мөнәсәбәттәребеҙ әүҙемләштереүҙе талап итә. Бөгөн тауар әйләнеше ҙур түгел — 15 миллион доллар. Беҙ Вьетнамдан бер нәмә лә һатып алмайбыҙ тиерлек. Был дөрөҫ түгел. Тәьминәт күләмен арттырырға кәрәк. Бының өсөн потенциал бар, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙә Вьетнам эшҡыуарҙары уңышлы эшләй. Беләһегеҙме, республикабыҙҙа вьетнамдар диаспораһы ярайһы уҡ ҙур. Уларҙың яҡшы эшләүен күрәбеҙ. Әммә был продукция менән алмашыу варианттары ғына. Беҙгә иһә берлектәге производстволар, инвестициялар, ошо йәһәттән башҡараҡ эшләргә кәрәк.
– Республиканың беҙҙең провинциялар менән мөнәсәбәттәрен нығытыуға мотлаҡ булышлыҡ итәсәкбеҙ, сөнки бында ҙур мөмкинлектәр күрәбеҙ, – тине Нгуен Тхань Шон. – Бик күп йүнәлештәр бар. Беҙ Вьетнам һәм республикағыҙ араһында хеҙмәттәшлектең төрлө формаларын таба алабыҙ.
Республика Бариа-Вунгтау провинцияһы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү проектын эшләгән, тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов. Уға киләһе йыл башында ҡул ҡуйылыуы ихтимал.
Башҡортостан Башлығы һәм Вьетнам илсеһе фәнни-мәғариф һәм гуманитар өлкәлә үҙ-ара эш итеү мәсьәләләрен дә тикшерҙе.
2015 йылда Башҡортостандың ошо ил менән тышҡы сауҙа әйләнеше күләме 15,1 миллион доллар тәшкил иткән, ошо сумманың төп өлөшө экспортҡа тура килә.
Вьетнамға нигеҙҙә синтетик каучук оҙатыла. Беҙгә уйынсыҡтар, кейем-һалым, күн сумкалар килтерелә.
Башҡортостанда Вьетнам капиталы ҡатнашлығында ойошторолған 24 предприятие эшләй. Улар сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы, йөк ташыу, лак-буяу продукцияһы, пластмасса изделиелар, туҡыма етештереү менән мәшғүл.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика