Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Октябрь 2016, 12:29

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәте ултырышын үткәрҙе

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 27 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 26 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәте ултырышын үткәрҙе. Ул проектлы идара итеү моделдәрен дәүләт власы органдары эшендә ҡулланыуға арналды.
– Шуны әйтергә кәрәк: республикала бындай саралар иҡтисад, инвестиция өлкәләрендә ярайһы уҡ уңышлы тормошҡа ашырыла. Проектлы идара итеү элементтарын үҫеш институттары, ҡайһы бер министрлыҡтар, ведомстволар ҙа ҡуллана, – тине Рөстәм Хәмитов. – Миҫалға балалар баҡсаларында сират мәсьәләһен хәл итеүҙе килтерәм. 2012 йылдан алып уларҙа өҫтәмә рәүештә 52 мең урын барлыҡҡа килде. Йәки республикала күп функциялы үҙәктәр селтәрен булдырыу. Ул саҡта Башҡортостан халыҡты хеҙмәтләндереү буйынса илдә тәүге урынды биләне. Ресурстар сикле булһа ла, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ошо ҡатмарлы бурыстарҙы үтәп сыҡтыҡ. Грамоталы проектлы идара итеүҙең асылы ла тап шунда.
Ил етәкселеге төбәктәр алдына был эште системалы рәүештә башҡарыу, уны дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарына индереү, бөтә кимәлдәге административ аппарат эшенең һөҙөмтәлелеген күтәреү бурыстарын ҡуя, тип билдәләне республика Башлығы.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республика Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов үҙ сығышында сентябрь айында үткән Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Стратегик үҫеш һәм өҫтөнлөклө проекттар буйынса совет президиумы ултырышында тиҙ арала проектлы идара итеү системаһын үҫтереү тураһында ҡарар ҡабул ителеүен билдәләне. Был күҙалланған һөҙөмтәләргә ирешеү өсөн кәрәк.
Идара итеү системаһын үҙгәртеүҙең инновациялы булыуын иҫәпкә алып, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов яңы шарттарҙа эшләү өсөн дәүләт хеҙмәткәрҙәрен уҡытыуҙы ойошторорға ҡушты. Шуның менән бергә яңылыҡтар власть органдарының эшен һәм ведомство-ара документтар әйләнешен ҡатмарлаштырырға тейеш түгел. Рөстәм Хәмитов муниципаль властарҙы проектлы офистар эшенә әүҙемерәк йәлеп итергә кәрәклеген дә билдәләне.
Читайте нас