Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
83.47
+0.03
7+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Октябрь 2016, 13:00

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышы асылды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2016 йыл, 27 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышы асылды. Сарала уҡыусылар һәм студенттар ҙа бар. Закон сығарыусылар 50-гә яҡын мәсьәләне ҡарай, шуларҙың 28-һе — республика закондары проекты. Депутаттар бюджет документтары пакетына айырыуса ҙур иғтибар бүләсәк.
Көн тәртибенә шулай уҡ төбәк парламентының Дәүләт Думаһына федераль закон проекттарын индереү буйынса ике закон сығарыу башланғысы, Йәштәр йәмәғәт палатаһына ағзалыҡҡа кандидатуралар хаҡында мәсьәлә, бер нисә ҡарар проекты индерелгән.
2017 йылда пенсионерҙың йәшәү минимумын 8015 һум күләмендә билдәләгән закон проекты тәүге уҡыуҙа ҡарала.
«Бәлиғ булмағандарҙың эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссиялар тураһында»ғы законға үҙгәрештәр индереү бәлиғ булмағандар араһында суицидтарҙы иҫкәртеү буйынса эшкә иғтибар йүнәлтә. Проектҡа үҫмерҙәрҙең үҙ-үҙҙәренә ҡул һалыуына бәйле хәлдәр нигеҙ булды. Закон проекты авторҙары фекеренсә, социаль хәүефле хәлдә ҡалған баланы ваҡытында асыҡлау, һәм уның менән комплекслы эш алып барыу — иҫкәртеүҙең төп йүнәлештәренең береһе.
Читайте нас: