13:01 (UTC+5), 27 Октябрь 2016

Башҡортостанда дачаһы булған күп балалы ғаиләләргә бушлай ер бирелмәй

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 27 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары ҡайһы бер сәбәптәр буйынса күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә бушлай ер участкаларын бүлеүҙе тыйған закон проектын ҡараны. Мәҫәлән, әгәр ғаиләнең баҡсаһы бар икән, ул бушлай ер алыуға дәғүә итә алмай. Законға үҙгәрештәр 27 октябрҙә республика парламентының пленар ултырышында тәүге уҡыуҙа ҡабул ителде.
Башҡортостан ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрының беренсе урынбаҫары Альмир Ғәзизов әйтеүенсә, «ғәмәлдәге ҡануниәт инвалид бала тәрбиәләгән, аҙ тәьмин ителгән, йәш һәм күп балалы ғаиләләргә йорт төҙөү өсөн бушлай ер алыуға хоҡуҡ бирә».
Ағымдағы йылдың 1 октябренә бирелгән мәғлүмәттәр буйынса, республикалағы 78 меңдән ашыу ғаилә участка алыу өсөн мөрәжәғәт иткән. Уларҙың 42 меңдән ашыуы – күп балалы. Яртыһынан ашыуы ерле булған. Тағы ла 37 мең мохтаж ғаилә сиратта тора.
Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында күп балалы ғаиләләр һаны буйынса беренсе һәм бушлай ер алыусылар буйынса етенсе урында килә. Шуға ҡарамаҫтан, закон проекты торлаҡ төҙөү өсөн участкалары булғандарҙан бушлай ергә хоҡуғын алырға тәҡдим итә. Шулай итеп, дачаһы булған ғаиләләргә льгота бирелмәй. Был 2017 йылдың 1 ғинуарынан сиратҡа баҫҡандарға ғына ҡағыла.
Министр урынбаҫары депутаттарҙың һорауҙарына яуап биреп, күрше Татарстанда бындай сикләүҙәр индерелмәүен билдәләне.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика