07:26 (UTC+5), 26 Октября 2016

Рөстәм Хәмитов Өфөнө үҫтереү мөмкинлектәрен билдәләне

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 25 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы ултырышында сығыш яһаны. Ул Ирек Ялаловты ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына һайланыуы менән ҡотланы һәм республиканың баш ҡалаһын үҫтереү буйынса Өфө мэрияһы алдында торған бурыстарҙы билдәләне.
– Биш йыл элек Өфө бөтөнләй икенсе ҡала ине. Ошо ваҡыт эсендә торлаҡ, инфраструктура төҙөлөшө, инвестициялар йәлеп итеү йәһәтенән байтаҡ эштәр башҡарылыуын күрәбеҙ. Биш йыл эсендә уҙғарылған әһәмиәтле ваҡиғалар – форумдар, симпозиумдар Өфө өсөн бик мөһим, – тине республика Башлығы. – Һуңғы биш йыллыҡта һәйбәт эшләүебеҙҙе аңлайбыҙ. Хәҙер беҙгә киләһе биш йылда нисек йәшәргә, ниҙәр эшләргә кәрәклеген аңлау зарур. Бер яҡтан, аныҡ юлыбыҙ, яҡшы проекттарыбыҙ бар. Шул уҡ ваҡытта хәл-ваҡиғаға яңыса ҡарарға тейешбеҙ.
Башҡортостанда урбанизация процестары дауам итә, тимәк, Өфө үҫә, тип билдәләне төбәк етәксеһе. Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, алдағы йылдарҙа нефть эшкәртеү һәм машиналар эшләү ҡаланың үҫеш үҙәктәре булып ҡаласаҡ. Был йүнәлештәрҙе үҫтереү, инновациялар индереү, улар янында фәнни һәм эшҡыуарлыҡ кластерҙары булдырыу мөһим.
Рөстәм Хәмитов тәү сираттағы бурыстар иҫәбенә муниципаль ерҙе һәм мөлкәтте һөҙөмтәле файҙаланыу, Өфө бюджетының дефицитын кәметеү, уның килем өлөшөн арттырыу, уңайлы ҡала киңлеген булдырыу, йәмәғәт транспорты проблемаларын хәл итеү, ҡала төҙөлөшө һәм архитектура сәйәсәтен камиллаштырыу мәсьәләләре индерелеүен билдәләне.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика