07:14 (UTC+5), 25 Октября 2016

Өфө мэры итеп Ирек Ялалов ҡайтанан һайланды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 25 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Өфө мэры итеп хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы Ирек Ялалов һайланды. Бөгөн, 25 октябрҙә, ҡала Советы сессияһында тейешле ҡарар ҡабул ителде. Уның өсөн 34 депутат тауыш бирҙе. Ирек Ялалов уҙған саҡырылыш депутаттарының ышанысын аҡланы һәм өсөнсө срокка тәғәйенләнде. Ҡала округы башлығы Валерий Трофимов уның менән килешеү төҙөйәсәк.
Өфө ҡалаһы башлығы вазифаһына дүрт кандидат дәғүә итте. Кандидаттар араһында бынан алдағы саҡырылыш ҡала Советы депутаты Николай Герасимов, Башҡортостандың адвокаттар коллегияһы адвокаты Ринат Әхмәҙуллин, Өфө электр селтәрҙәре предприятиеһы директоры Илдар Чанышев һәм хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы Ирек Ялалов бар ине.
19 октябрҙә өс кандидат конкурстан үтте. Ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына дәғүә итеүселәр ҡала округын социаль-иҡтисади яҡтан үҫтереү программаһын тәҡдим итте.
Конкурста ҡатнашыусыларҙың береһе — Башҡортостандың адвокаттар коллегияһы адвокаты Ринат Әхмәҙуллин процедурала ҡатнашыу өсөн ғаризаһын кире алды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика